Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:34 - Изге Яҙма

34 – Мин атайымдың һинең атайыңдан тартып алған ҡалаларын кире ҡайтарам, – тине Бен-Һадад. – Атайымдың Самарияла баҙарҙары булған кеүек, һин дә Дамаскта баҙарҙар яһарһың. – Килешеү төҙөгәндән һуң, мин һине ебәрермен, – тип яуапланы уға Ахав. Бен-Һадад менән килешкәндән һуң, уны ҡайтарып ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:34
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды.


Әлеге кешеләр был һүҙҙәрҙе яҡшыға юраны һәм: – Эйе, Бен-Һадад һиңә туған кеүек, – тип күтәреп алды. – Барығыҙ, уны бында алып килегеҙ, – тип бойорҙо батша. Бен-Һадад килгәс, Ахав уны үҙенең яу арбаһына мендерҙе.


Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.


Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.


Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала.


Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була.


Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә, Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ. Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр, Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ.


– Был халыҡтың йәшерен эш тигәнен Һеҙ йәшерен һанамағыҙ. Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине.


Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.


Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ