26 Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде.
Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине.
Күпме юғалтҡанбыҙ, шул тиклем ат, яу арбаһы, ғәскәр тупла ла, исраилдар менән тигеҙлектә һуғышайыҡ. Шул саҡ мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Бен-Һадад уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалды һәм нисек әйтһәләр, шулай эшләне.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин.
сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре;
Ғумма, Афеҡ һәм Рехов ҡалаларын иҫәпкә алып, ашерҙар биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә бөтәһе егерме ике ҡала инде.
Ашер ырыуы ла Ғакко, Сидон менән Ахлав, Ахзив, Хелба, Афиҡ һәм Рехов ҡалаларында йәшәгән халыҡты ерҙәренән ҡыуып сығарманы.
Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.
Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.