23 Ярандары Арам батшаһына: – Исраилдарҙың Аллаһы – тауҙар аллаһы, – тинеләр. – Бына шуға күрә лә улар беҙҙе еңеп сыҡты. Әгәр ҙә тигеҙлектә һуғышһаҡ, беҙ уларҙы пыран-заран килтерәсәкбеҙ.
Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.
Хәҙер һин бына нимә эшлә: батшаларҙың бөтәһен дә тәхеттәренән төшөр, улар урынына өлкә башлыҡтары ҡуй.
Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.
– Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа.
Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?
Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»
Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.
Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –
Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.