Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:21 - Изге Яҙма

21 Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:21
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо.


Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине.


Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр.


Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы.


Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды,


Ифтах уларҙы ҡырып һалды, Ғароғерҙан Минниҫтың тирә-яғына һәм Авел-Керамимға тиклем егерме ҡаланы юҡ итте. Ғаммондар Исраил халҡына буйһондо.


– Тиҙерәк минең арттан! – тине Эһуд. – Раббы дошмандарығыҙ моавтарҙы һеҙҙең ҡулығыҙға тапшыра! Халыҡ, Эһуд артынан эйәреп, Иордан аша Моавҡа сыға торған кисеүҙәрҙе баҫып алды, бер кемгә лә аръяҡҡа сығырға мөмкинлек бирмәне.


Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды.


Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ