Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:14 - Изге Яҙма

14 – Кем аша бирелер? – тип һораны Ахав. – Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр аша, тип әйтә Раббы, – тине пәйғәмбәр. – Һөжүмде кем башлар? – тип һораны батша. – Һин башлаясаҡһың, – тип яуап бирҙе пәйғәмбәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:14
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе: – Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте. – Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс.


Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».


Ахав өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәрҙе йыйып алды, бөтәһе ике йөҙ утыҙ ике кеше ине. Унан бөтә Исраил ғәскәрен тупланы, ете мең яугир ине.


Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр алдан төшөп алды. Бен-Һадад күҙәтселәр ебәргән ине, улар: «Самариянан кемдәрҙер сыҡты», – тип хәбәр итте.


Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ