Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 2:9 - Изге Яҙма

9 Шулай ҙа уны язаһыҙ ҡалдырма. Һин аҡыллыһың, уны нимә эшләтергә үҙең белерһең. Әммә уның сал сәсле башы үлеләр донъяһына ҡанға батып инһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 2:9
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!


Атайыбыҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан гүргә төшәсәк!


Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.


Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Аҡылыңа таянып эш ит, әммә Йоавтың сал сәсле башына үлеләр донъяһына тыныс ҡына китергә ихтыяр бирмә.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


башҡа ябыныр әйбере юҡ уның. Унһыҙ нисек йоҡлаһын ул? Ул Миңә ялбарыр ҙа, уны ишетермен, сөнки Мин мәрхәмәтлемен.


Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.


Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ