38 – Ярай, – тине Шимғи батшаға. – Хакимым батша нисек бойорған, ҡолоң шулай эшләр. Шулай итеп, Шимғи оҙаҡ ваҡыт Йәрүсәлимдә йәшәне.
Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.
Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.
Өс йыл үткәс, Шимғиҙең ике ҡоло Ғаҫ батшаһы Ахиш Мағаха улына ҡасып китте. Шимғигә ҡолдарының Ғаҫта булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
– Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке.
Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.