36 Шунан батша Шимғиҙе саҡыртып алды. Уға: – Үҙеңә Йәрүсәлимдә бер йорт һалдыр ҙа шунда йәшә, – тине. – Унан бер ҡайҙа ла китмә.
Әммә батша: «Әйҙә өйөнә ҡайтһын, тик минең йөҙөмдө күрәһе булмаһын», – тине. Авшалом өйөнә ҡайтты, әммә батшаның күҙенә күренмәне.
Батшаны күрмәйенсә Авшалом Йәрүсәлимдә ике йыл йәшәне.
Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине.
Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр, өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер.
Хөкөм тәхетендә ултырған батша үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр.