35 Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Әммә ул мин ҡолоңдо, Садоҡ ҡаһинды, Йеһоядағ улы Бенаяһты һәм ҡолоң Сөләймәнде саҡырманы.
батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.
Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.
Сөләймән Әвйәҫәрҙе Раббының ҡаһины булыу хоҡуғынан мәхрүм итте. Шул рәүешле Раббының Шилола Ғәли нәҫеленә ҡарата әйткән һүҙҙәре бойомға ашты.
Бенаяһ Йеһоядағ улы – ғәскәр башлығы; Садоҡ менән Әвйәҫәр – ҡаһиндар;
Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып,
Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә.
Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше.
Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.
Хилҡияһ – Шаллум, Шаллум – Садоҡ, Садоҡ – Ахитув,
Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала, Урындарына башҡаларҙы ултырта.
ә төньяҡҡа ҡарағаны ҡорбан усағы тирәһендә хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн тәғәйенләнгән. Улар – Садоҡ улдары. Леви нәҫеленән тик улар ғына хеҙмәт итер өсөн Раббыға яҡынлаша ала, – тине.
Минең хозурымда фәҡәт Садоҡ тоҡомонан булған леви ҡаһиндары ғына хеҙмәт итер. Һин уларға гонаһ ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ бир, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Зәбүр китабында: «Торлағы бушап ҡалһын, эсендә бер кем дә йәшәмәһен», һәм: «Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», – тип яҙылған бит.
Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.