Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 2:32 - Изге Яҙма

32 Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 2:32
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.


Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.


Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.


Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.


Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы.


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Шунан батша: – Атам Дауытҡа ҡылған яуызлыҡтарыңды бик яҡшы беләһең. Раббы уларҙың ҡоһорон үҙ башыңа төшөрәсәк, – тип дауам итте. –


Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.


күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.


ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.


Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк.


Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен.


Кем башҡаға соҡор ҡаҙый, Шунда үҙе барып ҡолар.


Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.


Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.


Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты.


– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ