29 Йоавтың Раббы сатырына йәшенеп, ҡорбан усағы янында торғанын Сөләймән батшаға еткерҙеләр. Сөләймән Йеһоядағ улы Бенаяһты ебәреп: – Бар, уны үлтер! – тип әмер бирҙе.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Сөләймән батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа бойороҡ бирҙе. Бенаяһ барып Адонияһты үлтерҙе.
Бенаяһ Раббының Изге сатырына барып Йоавҡа: – Батша һиңә бынан сығырға бойорҙо, – тине. – Юҡ, мин ошонда үләм, – тип ҡаршылашты Йоав. Бенаяһ кире барып батшаға Йоавтың яуабын еткерҙе.
– Үҙе нисек әйткән, шулай эшлә, – тине батша. – Үлтер ҙә күм. Йоав түккән ғәйепһеҙ ҡандың ҡоһорон минән һәм атам нәҫеленән алып ташла.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.
Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.
Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.
Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.
Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: