22 – Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.
Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем.
– Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр.
Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан;
Дауыттың Йәрүсәлимдә тыуған улдары: Шимға, Шовав, Наҫан, Сөләймән. Был дүртәүҙе Ғаммиил ҡыҙы Баҫ-Шуағ табып бирә.
– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.
– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы йәки Мин сумдырылған кеүек сумдырыла алырһығыҙмы?
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.