2 – Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.
Йә Раббым Аллам! Әле быуыны ла ҡатмаған, ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығырын да белмәгән мин ҡолоңдо атайым Дауыт урынына батша итеп ҡуйҙың.
Раббының Муса аша Исраилға биргән ҡағиҙә һәм ҡарар-ҡанундарын еренә еткереп үтәһәң, бар эшең уң булыр. Ныҡ бул, ҡыйыу бул, ҡурҡма, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә!
Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.
Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.
Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.
Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.
Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,
Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы.