15 – Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Дауыт ҡатыны Баҫ-Шевағты йыуатты, уның менән йоҡланы. Ҡатыны яңынан ауырға ҡалды ла ул тапты. Уға Сөләймән тип исем ҡуштылар. Раббы был баланы бик яратты һәм
Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
– Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. –
икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,
дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан,
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.
Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.
Садоҡ ҡаһин, Изге сатырҙан зәйтүн майы һалынған мөгөҙ алып сығып, Сөләймәнде мәсехләне. Борғо ҡысҡырттылар һәм барса халыҡ: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип һөрән һалды.
Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.
Шунан: – Һиңә әйтәһе һүҙем бар ине, – тип дауам итте. – Һөйлә, – тине Баҫ-Шевағ.
Әле килеп, минең бер теләгем бар. Зинһар, шуны кире ҡаҡмаһаң ине. – Әйт, – тине Баҫ-Шевағ.
– Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.