12 Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.
Хәҙер инде ҡолоңдоң йортона фатихаңды бирһәңсе, ул һәр ваҡыт Һинең хозурыңда булһын. Раббы Хакимым, был хаҡта Һин Үҙең әйттең, һәм Һинең ошо фатихаң менән ҡолоңдоң йорто мәңгелеккә фатихалы булып ҡалыр.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
«Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.
Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым.
Сөләймән батша тәхеткә ултырҙы инде.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.
Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя.
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.