5 Ҡыуаҡ аҫтына ятып йоҡлап киткәйне, ҡапыл уға Алла фәрештәһе ҡағылды ла: – Тор, тамағыңа аша! – тип уятты.
үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.
Ильяс тороп тирә-яғына ҡараһа, баш осонда көлдә бешерелгән көлсә менән бер көршәк һыу тора. Һыуһынын ҡандырып, ашап алды ла тағы ятты.
Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!»
Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.
– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –
Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.
Минең менән һөйләшкән фәрештә тағы килде лә мине йоҡонан уятҡан һымаҡ уятты.
Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрусты төртөп уятты: – Тора һал! Шунда Петрустың ҡулындағы сылбыры ысҡынып төштө.
Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.