4 үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.
Алла бәндәһе артынан китте. Уны юл буйындағы имән ағасы аҫтында ултырған сағында ҡыуып етте. – Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуапланы тегеһе.
Быны ишеткән Ильяс ҡурҡты, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн Йәһүҙәләге Беер-Шәвәғ ҡалаһына ҡасты. Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырғандан һуң,
Ҡыуаҡ аҫтына ятып йоҡлап киткәйне, ҡапыл уға Алла фәрештәһе ҡағылды ла: – Тор, тамағыңа аша! – тип уятты.
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.
Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?
Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.
Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.
Нил буйында урынлашҡан, Һәр тарафтан һыу уратып алған Но-Амондан ни яғың менән өҫтөнһөң? Уның ҡоймаһы ла диңгеҙ ине, Диуары ла һыу булды.
Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?
Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?
Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.
Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.