18 Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы.
Күңелем түрендә уларға ымһынһам, Уларға илаһтарға табынған һымаҡ ҡул һонһам;
Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.
Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».
Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.
Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.
Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен,