16 Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.
Батша Шаулдың Армони һәм Мефи-Бошеҫ исемле улдарын алды. Улар Айяһ ҡыҙы Риспанан тыуған балалар ине. Дауыт тағы Шаулдың ҡыҙы Меравтың биш улын алды. Мерав уларҙы Мехола ҡалаһы кешеһе Барзиллай улы Ғадриилдән тапҡайны.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;
Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.
Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.
Аръяҡҡа сыҡҡас, Ильяс Ильясиғиндан: – Әйт, яныңдан алып кителгәнемә тиклем һиңә нимә эшләйем? – тип һораны. – Һинең рухыңдан миңә мираҫҡа ике өлөш ҡалһын ине, – тине Ильясиғин.
Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.
Әммә Шаулдың ҡыҙы Меравты Дауытҡа бирергә ваҡыт еткәс, ул Мехола ҡалаһынан Ғадриил тигән кешегә кейәүгә бирелде.