Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 19:14 - Изге Яҙма

14 – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 19:14
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин Раббының пәйғәмбәрҙәренән бер яңғыҙым тороп ҡалдым, – тип дауам итте Ильяс. – Ә Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре – дүрт йөҙ илле кеше.


Шунан Ильяс халыҡҡа: – Миңә яҡыныраҡ килегеҙ, – тип өндәште. Бөтәһе лә уның эргәһенә йыйылды. Ильяс Раббының емерелгән ҡорбан усағын йүнәтергә кереште.


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.


Уларға: «Сөнки Аллалары Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙҙолар, башҡа илаһтарға сәждә ҡылдылар һәм хеҙмәт иттеләр», – тип яуап бирерҙәр.


Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.


Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.


Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.


«Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан усаҡтарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде минең дә йәнемде ҡыймаҡ булалар», – тигән.


Яуап шулай булыр: «Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларҙы Мысырҙан сығарғанда үҙ-ара төҙөшкән килешеүҙе тотманылар.


Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡанда төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, – ти Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ