13 Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш.
Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.
Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Ильяс тауҙағы мәмерйәгә инеп, шунда ҡунды. Бына Раббы уға: – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип өндәште.
Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.
Үтеп киткәс, ҡулымды алырмын. Һин Мине арттан ғына күрерһең, әммә йөҙөмдө күрә алмаҫһың.
Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Юныс ҡаланан сыҡты ла уның көнсығыш яғына барып ултырҙы. Шунда үҙенә ҡыуыш эшләп алды, уның күләгәһенә йәшенеп, ҡала менән ни булырын күҙәтә башланы.
Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.