12 Ер тетрәгәндән һуң, ялҡын дөрләп яна башланы. Әммә Раббы утта ла түгел ине. Уттан һуң йомшаҡ ҡына тауыш ишетелде.
Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.
Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.
– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ; Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ.
Ул туҡтаны, уның ни булғанын аңламаным, Тик рәүешен генә абайланым. Тынлыҡта тауыш ишеттем:
Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.
Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла.
– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде.
Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,
Ут эсенән һөйләшкән Алланың тауышын ишетеп тә иҫән ҡалған һеҙҙең кеүек башҡа берәй халыҡ бармы?
сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.