Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:5 - Изге Яҙма

5 Ахав Ғовадъяһҡа: – Әйҙә, һыу сыҡҡан урындарға, йылға үҙәндәренә барып ҡарайыҡ. Берәй урында аттарҙы һәм ҡасырҙарҙы ашатырлыҡ үлән таба алмаҫбыҙмы икән? Бәлки, шулайтып малдарҙы үлтермәй алып ҡалырбыҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:5
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.


Ҡарап сығаһы ерҙәрҙе бүлешеп алғандан һуң, Ахав бер юлдан, Ғовадъяһ икенсе юлдан китте.


Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне, Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо:


Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә; Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ. Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар – Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар.


Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.


Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра, Сөнки ағын һыуҙар ҡороно; Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө.


Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер, Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.


Ике-өс ҡала халҡы бер булып күрше ҡалаға һыу эҙләп юлланды, ләкин унда ла туя эсерлек һыу тапманы. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ