40 – Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.
Шунан Ильяс Ахавҡа: – Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине.
Ахав ҡатыны Изевелгә Ильястың нимәләр эшләгәнен, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе.
Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы.
Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр.
Шунан һуң бөтә халыҡ барып, Бәғелдең ҡорамын емерә. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын ваталар; Бәғел ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерәләр.
Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.
Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!
Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.
Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,
Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк».
Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.
Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.
Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте.
Явиндың ғәскәр башлығы Сисераны Мин яу арбалары һәм күп һанлы ғәскәре менән алдыңа, Ҡишон йылғаһына алып килеп, һинең ҡулыңа тапшырырмын».
Һепереп ташланы дошманды Ҡишон йылғаһы, Боронғо йылға. Ҡишон йылғаһы. Ат тояҡтары яңғырай, Айғырҙары ҡуш аяҡлап саба! Эй йәнем, көс-ҡеүәт менән алға ынтыл!