Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:4 - Изге Яҙма

4 Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:4
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым.


Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште.


Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни?


Ахав Ғовадъяһҡа: – Әйҙә, һыу сыҡҡан урындарға, йылға үҙәндәренә барып ҡарайыҡ. Берәй урында аттарҙы һәм ҡасырҙарҙы ашатырлыҡ үлән таба алмаҫбыҙмы икән? Бәлки, шулайтып малдарҙы үлтермәй алып ҡалырбыҙ, – тине.


Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.


Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


«Беҙгә кәңәш бир, бер ҡарар ҡыл. Төшкөһөн дә төнгө кеүек күләгәң менән ҡапла. Ҡыуылғандарҙы йәшер, ҡасаҡтарҙы һата күрмә.


Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.


Бынан һуң түрәләр Барухҡа: – Бар, Йермеяһ менән йәшенегеҙ. Ҡайҙалығығыҙҙы һис кем белмәһен, – тинеләр.


Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ