Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:39 - Изге Яҙма

39 Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:39
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.


Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.


Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».


Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ.


Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.


Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.


Мин тыуғандан алып ғәйеплемен, Әсәм ҡарынынан гонаһлымын.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны.


– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ.


Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ