35 Һыу ҡорбан усағынан ағып төштө, уратып ҡаҙылған соҡор тулып китте.
Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны.
– Дүрт көршәк һыу алып килегеҙ, уны тотош яндырыу ҡорбанына һәм утын өҫтөнә түгегеҙ, – тип әмер бирҙе. Ул ҡушҡанса эшләнеләр. – Тағы бер тапҡыр ҡабатлағыҙ, – тине Ильяс. Йәнә түктеләр. – Өсөнсө тапҡыр ҙа шулай эшләгеҙ, – тине. Өсөнсө тапҡыр ҙа ҡойҙолар.
Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –
Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.