31 Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды.
Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.
– Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.
Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.
былай тине: – Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел. Ошонан башлап исемең Исраил булыр! Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.
Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.
Алла йортон изгеләндергәндә йөҙ үгеҙ, ике йөҙ һарыҡ тәкәһе, дүрт йөҙ һарыҡ бәрәсе һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике кәзә тәкәһе килтереп, бөтә Исраилдың гонаһы өсөн ҡорбан салдылар.
Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.
Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.
– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.
Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.
Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.
Йушағ Иордан йылғаһы төбөнән алынған ун ике ташты Гилгалда ҡалҡытып ҡуйҙы.
Диуарҙары ҙур һәм бейек, ун ике ҡапҡаһы бар, ҡапҡалары янында ун ике фәрештә тора. Ҡапҡаларында Исраил халҡының ун ике ырыуының исемдәре яҙылған.