Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:27 - Изге Яҙма

27 Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:27
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.


Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре тағы ла нығыраҡ ҡысҡырынырға тотондо. Йолалары ҡушҡанса, ҡылыс, һөңгө менән үҙҙәренә йәрәхәт һалдылар, бөтөнләй ҡанға туҙҙылар.


Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә.


Ырыуҙар унда артылыр, Раббы ырыуҙары, Исраилға бирелгән ҡанун буйынса Раббы исеменә шөкөр итер өсөн.


Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты.


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Эй боттар, бынан һуңға буласаҡты һөйләгеҙ, Беҙ һеҙҙең алла булғанығыҙҙы беләйек. Әйҙә берәй яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләгеҙ ҙә, Һәммәбеҙ ҙә ҡурҡыуға ҡалайыҡ!


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.


Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.


Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ