25 – Һеҙ күмәкһегеҙ бит, башмаҡтың береһен һайлап алып, башта һеҙ әҙерләгеҙ, – тине Ильяс Бәғелдең пәйғәмбәрҙәренә. – Әйҙәгеҙ, исемләп аллағыҙҙы саҡырығыҙ, тик ут яҡмағыҙ.
Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.
Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.
– Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса.
Самария пәйғәмбәрҙәре араһында Ерәнгес бер нәмә күрҙем: Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте, Халҡымды юлдан яҙҙырҙы.