2 Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине.
Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡоролоҡтоң өсөнсө йылында Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бар, Ахавҡа барып күрен. Оҙаҡламай был ергә ямғыр яуҙырам.
Ахав һарайының идарасыһы Ғовадъяһты саҡырып алды. Ғовадъяһ Раббынан бик ҡурҡҡан бер кеше ине.
Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне.
Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
Кеше ашаусы арыҫландар араһында мин – Һөңгө-уҡ һымаҡ уларҙың тештәре; Үткер ҡылыс кеүек телдәре.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?
Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».
Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.
Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.