18 – Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең.
Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.
Ахав Самарияла Бәғелгә ҡорам һалдырҙы һәм уның эсендә Бәғел өсөн ҡорбан усағы төҙөттө.
Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.
Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә.
Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.
Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.
Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.
Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,
Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.
Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.
Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Самария пәйғәмбәрҙәре араһында Ерәнгес бер нәмә күрҙем: Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте, Халҡымды юлдан яҙҙырҙы.
Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.
Ҡара, Мин һине лә улар кеүек арҡыры һәм башбаштаҡ итәсәкмен.
Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне.
Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.
Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.
Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.
– Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте.