15 – Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.
Күк һәм ерҙең, ундағы бөтә нәмәнең яратылыуы бына шулай тамамланды.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.
Ә һин миңә хәҙер: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйтергә ҡушаһың. Ул бит мине шунда уҡ үлтерәсәк!
Ғовадъяһ, Ахавты эҙләп табып, уға Ильяс тураһында хәбәр итте. Ахав Ильясҡа ҡаршы йүнәлде.
– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.
Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй?
Арыҫландар ырылдап ауға йүнәлә, Алла ебәргән ризыҡты эҙләй.
Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»
Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең.
Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.
Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.
Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр.
Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.