Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:1 - Изге Яҙма

1 Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡоролоҡтоң өсөнсө йылында Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бар, Ахавҡа барып күрен. Оҙаҡламай был ергә ямғыр яуҙырам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:1
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне.


Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно.


Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине.


ҡолдарың Исраил халҡына күктәрҙән тороп ҡолаҡ һал, уларҙың гонаһын ғәфү ит. Уларға тик шунан йөрөһөндәр өсөн тоғро юлды күрһәт, халҡыңа биләмә итеп биргән тупраҡҡа ямғыр яуҙыр.


Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.


Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, ер уңыш, ҡырҙағы ағастар емеш бирер.


Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.


Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,


Ерегеҙгә ямғырҙы ваҡытында яуҙырыр, башҡарған бар эштәрегеҙгә фатиха бирер өсөн күктәрҙең игелекле хазинаһын асыр. Бик күп халыҡтарға бурысҡа бирерһегеҙ, ә үҙегеҙ бурысҡа алмаҫһығыҙ.


Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған.


Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ