7 Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно.
Ҡоҙғондар иртәле-кисле алып килеп торған ит менән икмәкте ашаны, шишмәнән һыу эсте.
Ильясҡа Раббы һүҙе иңде:
Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр, Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр.
Тауҙар урынынан күсһә лә, Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә, Һине мөхәббәтемдән айырмам. Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, – Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы.
Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра, Сөнки ағын һыуҙар ҡороно; Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө.
Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.