Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 17:6 - Изге Яҙма

6 Ҡоҙғондар иртәле-кисле алып килеп торған ит менән икмәкте ашаны, шишмәнән һыу эсте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 17:6
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине.


Ильяс Раббы ҡушҡанса эшләне, бынан китеп, Иордан йылғаһының көнсығышындағы Кериҫ шишмәһе янында йәшәне.


Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно.


Ильяс тороп тирә-яғына ҡараһа, баш осонда көлдә бешерелгән көлсә менән бер көршәк һыу тора. Һыуһынын ҡандырып, ашап алды ла тағы ятты.


Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе.


Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.


Ғәйебемде таныйым мин, Гонаһым өсөн ҡайғырам.


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.


Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.


Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


Бөгөн һине ҡулыңдағы бығауҙарҙан азат итәм. Әгәр минең менән Бабилға барғың килһә, бар, һинең хаҡта ҡайғыртырмын. Әммә минең менән Бабилға барғың килмәһә, ҡал. Бына, бөтә ер алдыңда ята, ҡайҙа теләйһең, ҡайҙа дөрөҫ тип һанайһың, шунда бар.


Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.


Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.


Шунан шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораны. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Шимшон йомағын әйтте: – Ашаусының эсенән ашамлыҡ сыҡты, Көслөнөң эсенән татлы сыҡты. Йомаҡты өс көн сисә алманылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ