24 – Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән!
Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:
Ильяс уны бүлмәһенән аҫҡа алып төштө лә: – Ҡара әле, улың тере бит! – тип әсәһенә тотторҙо.
– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.
Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –
Вәғәзсе, тапҡыр һүҙҙәр табып, хәҡиҡәт һүҙҙәрен дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырҙы.
Үҙемдең унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.
Мине һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде ошонда торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!
Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.
Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.
Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.
Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.
Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.
Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.