Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 17:18 - Изге Яҙма

18 – Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 17:18
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.


Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»


„Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаһын, ғәйептәрен – һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡаһаң ине“. Инде һин беҙҙе, атайың Аллаһының ҡолдарын, ғәфү итә күр инде!» Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.


Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.


– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.


Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:


Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.


Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны.


– Бир әле миңә улыңды, – тине Ильяс. Баланы әсәһенең ҡосағынан алып, үҙе йәшәгән өҫкө бүлмәгә күтәрелде лә уны түшәгенә һалды.


– Ниндәй гонаһым өсөн мине Ахавтың ҡулына үлемгә тапшыраһың? – тип һораны Ғовадъяһ. –


Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.


Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.


– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Нехо уға илселәр аша шундай хәбәр ебәрә: «Һинең миндә ни эшең бар, Йәһүҙә батшаһы? Әле мин һиңә түгел, үҙем дошман булған батшалыҡҡа ҡаршы яуға барам. Алла миңә ашығырға ҡуша. Аллаға ҡаршы сыҡма, Ул – минең менән, һине харап итеп ҡуймаһын».


Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.


Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.


ул ҡатынын ҡаһин янына килтерһен. Ҡатыны өсөн ҡорбанға бер эфа арпа ононоң ундан бер өлөшөн алып килһен, тик онға зәйтүн майы ҡоймаһын, ладан һалмаһын, сөнки был – көнсөллөк өсөн икмәк саҙаҡаһы, ғәйепте хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһы.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.


Ә Һируд, быларҙы ишетеп: – Мин башын ҡырҡтырған Сумдырыусы Яхъя был! – тине. – Ул терелеп торған.


– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.


Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.


Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.


Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе.


Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ