Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 17:17 - Изге Яҙма

17 Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 17:17
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты.


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.


Әгәр ҙә Ул ниәт итеп Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа,


Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп: – Әлғазар үлгән.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ғәмәлһеҙ иман да үле.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Һөйөклөләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ