16 Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты.
Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде.
Бағшаның нәҫелен Зимри тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Был хәл Раббының Бағша тураһында Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренең тормошҡа ашыуы ине.
Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне.
Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны.
Яу арбаһын фәхишәләр йыуына торған Самария быуаһында йыуҙылар, ә ҡанын эттәр яланы. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.
Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.
Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.
Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.
Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!