15 Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне.
Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.
Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.
Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
Сөнки Исраил Аллаһы Раббы: «Тупраҡҡа ямғыр төшкәнгә тиклем тәпәндә он бөтмәҫ, көршәктә май кәмемәҫ», – тип белдерә.
Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты.
Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.
Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.
Ғайса уға: – Эй апай! Һинең иманың ныҡ! Әйҙә, теләгәнеңсә булһын, – тине. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды.
Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине.