11 Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште.
Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит. – Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар.
Ильяс Сарефаҫҡа юлланды. Ҡала ҡапҡаһына килеп еткәйне, бер тол ҡатындың утын йыйып йөрөгәнен күрҙе. Унан: – Миңә берәр сеүәтә һыу алып килмәҫһеңме икән? – тип һораны.
– Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын.
– Тор, Сидонға, Сарефаҫ ҡалаһына бар ҙа шунда ҡал. Унда бер тол ҡатынға һине ашатып торорға ҡуштым.
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.