10 Ильяс Сарефаҫҡа юлланды. Ҡала ҡапҡаһына килеп еткәйне, бер тол ҡатындың утын йыйып йөрөгәнен күрҙе. Унан: – Миңә берәр сеүәтә һыу алып килмәҫһеңме икән? – тип һораны.
Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла
Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡаршыһына йүгереп сыҡты ла: – Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! – тип үтенде.
Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште.
Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде. – Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.
Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, аслыҡтан һәм сарсауҙан яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡта ла туңдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.
Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.