9 Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.
Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты.
Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,
Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.
Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?
Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе.
Зимри шунда инеп Эланы үлтерҙе. Үҙе уның урынына батша булып алды. Был Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында булды.
Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме алтынсы йылында Эла Бағша улы Тирсала Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.
Ахав һарайының идарасыһы Ғовадъяһты саҡырып алды. Ғовадъяһ Раббынан бик ҡурҡҡан бер кеше ине.
Башҡа батшалар менән сатырында эсеп ултырған Бен-Һадад был һүҙҙәрҙе ишеткәс үҙенең ғәскәренә: – Һөжүмгә әҙерләнегеҙ! – тип фарман бирҙе. Ғәскәр ҡала ҡаршыһында сафҡа теҙелде.
Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.
Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.
Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды.
Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.
Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү;
«Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.
Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.
Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.
Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.