28 Ғомри үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына улы Ахав батша булды.
Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.
Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте.
Бағша вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм Тирсала ерләнде. Уның урынына улы Эла батша булды.
Ахавтың Самарияла етмеш улы бар ине. Йеһу Самарияға Изреғилдең түрәләренә, аҡһаҡалдарға һәм Ахав улдарының тәрбиәселәренә хат ебәрҙе. Хатта былай тип яҙылғайны:
Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша була һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итә. Уның әсәһе Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ була.