27 Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Надавтың башҡа бөтә ғәмәлдәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Эланың башҡа барлыҡ ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Зимриҙең башҡа эштәре, уның нисек фетнә ойошторғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы.
Ғомри үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына улы Ахав батша булды.
Бағшаның башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Мәкерле шаһит хаҡ хөкөмдө мыҫҡыл итә, яуыздың ауыҙы боҙоҡлоҡто йота.