22 Ахыр сиктә Ғомри яҡлылар еңеп сыҡты. Гинаҫ улы Тивни үлде, Ғомри батша булды.
Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте.
Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итте. Уның әсәһе Исраил батшаһы Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ ине.
Улар барыһы, мейестәй ҡыҙып, Хакимдарын уттай йота, Бөтә батшалары ҡолап бөттө – Араларынан һис кем Мине саҡырмай.