2 – Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.
– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.
Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.
Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.
Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.
Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.
Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.