8 Авиям үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына улы Аса батша булды.
Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.
Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.
Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат,
Йәриәләренән тыуған улдарынан башҡа Дауыттың бөтә улдары ошо. Дауыттың Тамар исемле ҡыҙы ла була.
Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.