ІІІ Батшалар 15:23 - Изге Яҙма23 Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.